Электрон

Электрон
Рәсем
Хөрмәтенә аталған гәрәбә
Масса 0,0005485799091 а.е.м. [1]
Асыусы йәки уйлап табыусы Томсон, Джозеф Джон [d]
Асыу датаһы 1897
Электрический заряд -1 элементарный электрический заряд
Чётность 1
Спиновое квантовое число 0,5
Магнитный момент -1,0011596521808±0 µ_B
Антикиҫәксә позитрон [d]
Суперсимметричный партнёр сэлектрон [d]
Фундаменталь тәьҫир итешеүҙәр Көсһөҙ үҙ-ара тәьҫир итешеү, Электромагнит тәьҫир итешеүе һәм Гравитация
Номер частицы по схеме Монте-Карло 11
Commons-logo.svg  Электрон Викимилектә

Электро́н ( бор. грек. ἤλεκτρον — гәрәбә [2]) — кире зарядлы тотороҡло элементар киҫәксә. Фундаменталь киҫәксә һәм матдәнең төп структур берәмектәренең береһе булып һанала. Фермион (½ спинлы) һәм лептон булараҡ классификациялана. Зарядланған лептондарҙың билдәле булғандарының (уның антикиҫәксәһе — позитрон менән бергә) берҙән-бер тотороҡлоһо. Электрондар атомдарҙың тышлығын хасил итә, ә атомдарҙың төҙөлөшө матдәнең оптик, электр, магнит, механик, химик үҙенсәлектәренең күпселеген билдәләй [3]. Электрондар хәрәкәте бик күп үткәргестәрҙә (атап әйткәндә, металдарҙа) электр ағышын тәьмин итә. Рациональ берәмектәр системаһында электрон тулҡынының комптон оҙонлоғо — оҙонлоҡ берәмеге, ә электрондың массаһы масса берәмеге булып тора.

Үҙенсәлектәре

Электрондың заряды бүленмәй һәм −1,6021766208(98)·10−19 кулонға тиң (йәки СГСЭ системаһында −4,80320427(13)·10−10 СГСЭ заряд берәмегенә йәки СГСМ системаһында −1,6021766208(98)·10−20 СГСМ берәмегенә тиң); ул тәүге тапҡыр А. Ф. Иоффеның (1911) һәм Р. Милликендың (1912) эксперименттарында үлсәнә. Был дәүмәл башҡа элементар киҫәксәләрҙең электр зарядын үлсәү берәмеге булып хеҙмәт итә (электрон зарядынан айырмалы, элементар заряд ғәҙәттә ыңғай тамға менән алына). Электрондың массаһы 9,10938356(11)·10−31 килограмға тиң.

кг — электрон массаһы.

Кл — электрон заряды.

Кл/кг — электрондың удель заряды.

 — электрондың спины

Фәнгә билдәле булған башҡа бик күп киҫәксәләрҙән айырмалы, электрон тотороҡло. Ирекле электрондың нейтринолар менән фотондарға тарҡалыуына — электр зарядының һаҡланыу законы, ә башҡа элементар киҫәксәләргә тарҡалыуына энергия һаҡланыу законы юл ҡуймай.

Электрондың магнитлы мәлен ғәйәт теүәл билдәләү буйынса эксперименттар (1989 йылғы Нобель  премияһы) күрһәтеүенсә, электрондың ҙурлығы 10−20 см [4] [5]-нан артыҡ түгел. Электрондың эске йоплоғо — 1. [6] Электрон көсһөҙ, электромагнитлы һәм гравитациялы тәьҫирләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Бета-тарҡалыу һәм электрон эләктереү электрондың көсһөҙ тәьҫирләшеүҙәрҙә ҡатнашыуының миҫалы булып тора. Ул лептондар төркөмөнә инә һәм (үҙенең антикиҫәксәһе булған позитрон менән бергә) зарядлы лептондарҙың иң еңеле, шулай уҡ электр зарядына эйә булған иң еңел элементар киҫәксә булып тора. Нейтриноның массаһын асҡанға тиклем электрон иң еңел массив киҫәксә тип иҫәпләнә — уның массаһы протон массаһынан яҡынса 1836 тапҡырға бәләкәйерәк. Электрон спины 12-гә тиң, шулай итеп, электрон фермиондарға ҡарай.

Бөтә спинлы зарядланған киҫәксәләр кеүек үк, электрондың магнитлы мәле бар, магнитлы мәле нормаль өлөшкә һәм аномаль магнитлы мәлгә бүленә. 1989 йылда Г. Демельтҡа электрондың магнитлы мәлен өтөрҙән һуң урынға тиклем теүәллек менән үлсәгән өсөн физика буйынса Нобель премияһы бирелә [4] [5].

Ҡайһы берҙә электрондарҙың үҙен генә түгел, ә позитрондарҙы ла электрондарға индерәләр (мәҫәлән, уларҙы дөйөм электрон-позитрон ҡыры тип ҡарау, Дирак тигеҙләмәһенең сиселеше), айырыуса уларҙың айырмаларына ҡарағанда уртаҡ үҙенсәлектәре мөһим булған саҡта шулай эшләнә. Был осраҡта кире зарядлы электронды — [7] негатрон [8], ыңғай зарядлыһын позитрон тип атайҙар.

Кристалдың периодик потенциалындағы электрон эффектив массаһы электрон массаһынан һиҙелерлек айырылыуы ихтимал булған квазикиҫәксә тип ҡарала.

Ирекле электрон фотонды сәсә алһа ла, уны йота алмай.

Other Languages
Afrikaans: Elektron
Alemannisch: Elektron
aragonés: Electrón
العربية: إلكترون
অসমীয়া: ইলেকট্ৰন
asturianu: Electrón
azərbaycanca: Elektron
تۆرکجه: الکترون
Boarisch: Elektron
žemaitėška: Alektruons
беларуская: Электрон
беларуская (тарашкевіца)‎: Электрон
български: Електрон
বাংলা: ইলেকট্রন
brezhoneg: Elektron
bosanski: Elektron
ᨅᨔ ᨕᨘᨁᨗ: Elektron
català: Electró
Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄: Diêng-cṳ̄
کوردی: ئێلێکترۆن
čeština: Elektron
Чӑвашла: Электрон
Cymraeg: Electron
dansk: Elektron
Deutsch: Elektron
Ελληνικά: Ηλεκτρόνιο
emiliàn e rumagnòl: Eletròun
English: Electron
Esperanto: Elektrono
español: Electrón
eesti: Elektron
euskara: Elektroi
فارسی: الکترون
suomi: Elektroni
Võro: Elektron
føroyskt: Elektron
français: Électron
Nordfriisk: Elektron
Frysk: Elektron
Gaeilge: Leictreon
galego: Electrón
עברית: אלקטרון
हिन्दी: इलेक्ट्रॉन
Fiji Hindi: Electron
hrvatski: Elektron
Kreyòl ayisyen: Elektwon
magyar: Elektron
Հայերեն: Էլեկտրոն
interlingua: Electron
Bahasa Indonesia: Elektron
Ilokano: Elektron
íslenska: Rafeind
italiano: Elettrone
日本語: 電子
Patois: Ilekchran
la .lojban.: dutydikca kantu
Basa Jawa: Èlèktron
ქართული: ელექტრონი
қазақша: Электрон
ភាសាខ្មែរ: អេឡិចត្រុង
한국어: 전자
Ripoarisch: Elektron
Kurdî: Kareva
Кыргызча: Электрон
Latina: Electron
Lëtzebuergesch: Elektron
Limburgs: Elektron
Ligure: Elettron
lumbaart: Elettron
lingála: Eléktron
lietuvių: Elektronas
latviešu: Elektrons
македонски: Електрон
മലയാളം: ഇലക്ട്രോൺ
монгол: Электрон
मराठी: विजाणू
Bahasa Melayu: Elektron
မြန်မာဘာသာ: အီလက်ထရွန်
Plattdüütsch: Elektron
नेपाली: इलेक्ट्रोन
नेपाल भाषा: इलेक्ट्रोन
Nederlands: Elektron
norsk nynorsk: Elektron
norsk: Elektron
Novial: Elektrone
occitan: Electron
ਪੰਜਾਬੀ: ਬਿਜਲਾਣੂ
polski: Elektron
Piemontèis: Eletron
پنجابی: الیکٹران
português: Elétron
Runa Simi: Iliktrun
română: Electron
русский: Электрон
русиньскый: Електрон
संस्कृतम्: विद्युदणुः
sicilianu: Elettrùni
Scots: Electron
سنڌي: برقيو
srpskohrvatski / српскохрватски: Elektron
Simple English: Electron
slovenčina: Elektrón
slovenščina: Elektron
Soomaaliga: Elektaroon
shqip: Elektroni
српски / srpski: Електрон
Seeltersk: Elektron
Basa Sunda: Éléktron
svenska: Elektron
Kiswahili: Elektroni
తెలుగు: ఎలక్ట్రాన్
Tagalog: Elektron
Türkçe: Elektron
татарча/tatarça: Электрон
ئۇيغۇرچە / Uyghurche: ئېلېكترون
українська: Електрон
اردو: برقیہ
oʻzbekcha/ўзбекча: Elektron
vèneto: Ełetron
vepsän kel’: Elektron
Tiếng Việt: Electron
Winaray: Electron
Wolof: Mbëjfepp
吴语: 电子
хальмг: Электрон
isiXhosa: Ii-electrons
ייִדיש: עלעקטראן
中文: 电子
文言: 電子
Bân-lâm-gú: Tiān-chú
粵語: 電子