Тәүтормош йәмғиәте

Тәүтормош йәмғиәте (тарихҡаса булған йәмғиәт) — кешелек тарихының яҙма уйлап сығарылғанға тиклемге осоро.

Атамаға аңлатма

«Тәүтормош» атамаһы киң ҡулланылышҡа XIX быуатта индерелгән. Киң мәғәнәлә был һүҙ менән Йыһан барлыҡҡа килгәндән алып (бынан 14 миллиардҡа яҡын йыл элек) яҙма уйлап сығарылғанға тиклемге осорҙоң теләһә ҡайһы өлөшөн атарға була, шулай ҙа ғалимдәр тарафынан был аңлатма башлыса кешелек йәмғиәтенең тәүтормош дәүеренә ҡарата ҡулланыла. Тарихи күҙлектән был замандарҙы тикшергәндә, ғәҙәттә, ҡайһы ваҡыт хаҡында һүҙ алып барыласағы алдан иҫкәртелә: мәҫәлән, «маймылдарҙың тәүтормош осоро» (23—5,5 миллион йыл элек) йәки «урта палеолит осоро» (300—30 мең йыл элек). Был бик боронғо замандарға ҡағылған яҙма сығанаҡтар булмағанлыҡтан, кәрәкле мәғлүмәт башлыса археология, этнология, палеонтология, биология, геология, антропология, архиастрономия, палинология кеүек фәндәр ярҙамында тупланған белешмәләргә нигеҙләнә.

Яҙма төрлө халыҡтарҙа төрлө ваҡытта барлыҡҡа килгәнлектән, был атама мәҙәниәткә ҡарата йә бөтөнләй ҡулланылмай, йә уның дөйөм кешелек тарихында билдәләнгән осорҙар менән тап килмәүе иҫәпкә алына. Мәҫәлән, Колумбҡа тиклемге Американы осорҙарға бүлеү Евразия йә Африканы дәүерҙәргә бүлеү менән бер нисек тә тура килмәй.

«Тарихҡа тиклемге йәмғиәт» хаҡында мәғлүмәттәрҙә ниндәйҙер шәхес тураһында ғына түгел, хатта этник төркөмдәр хаҡында ла һүҙ алып барылмағанлыҡтан, «ҡаҙылма» (архелогик) мәҙәниәт тәүтормош кешелек йәмғиәтенең төп ижтимағи берәмеге булып һанала. Ә бөтөн был дәүерҙең төрлө осорҙарға бүленеше һәм уларға ҡарата ҡулланылған барлыҡ атамалар, әлбиттә, күп дәрәжәлә шартлы булып тора.

«Тарихҡа тиклемге йәмғиәт» атамаһына ҡағылған түбәндәге иҫкәрмәгә лә туҡталып китергә кәрәк: уның синонимы булараҡ сит ил ғилми әҙәбиәтендә — инглиз телендә «prehistory», немец телендә «Urgeschichte» тип әүҙем йөрөгән, урыҫса «праистория» тигән мәғәнәне биргән был һүҙ беҙҙә ҡулланылмай ҙа тиерлек. Тикшереүселәр билдәләүенсә, урыҫ телендә марксизм тәғлимәтенән тәржемә итеп алынған «тәүтормош йәмғиәт ҡоролошы» һүҙбәйләнеше тиҫтәләгән йыл эсендә етерлек дәрәжәлә нығынған. Марксизм был атама менән иң тәүге ижтимағи-иҡтисад осорон (общественно-экономическая формация) исемләй. Ул дәүерҙә йәмғиәттең бар ағзалары ла етештереү сараларына ҡарата бер төрлө мөнәсәбәттә булған, һәм йәмғиәт байлығынан (продуктынан) барыһына ла тигеҙ өлөш тейгән.

Тәүтормош йәмғиәтенең исемен төрлө мәктәп һәм тәғлимәт тарихсылары үҙҙәренсә йөрөтһәләр ҙә, власть, цивилизация, дәүләт һәм хосуси милекселек барлыҡҡа килгәнсе йәшәгән һәм бар милек дөйөм (йәмғиәттеке) булған йәмәғәт ҡоролошоноң был төрөн «тәүтормош йәмғиәт ҡоролошо» тип атау ҡабул ителгән.

Other Languages
Afrikaans: Voorgeskiedenis
Alemannisch: Urgeschichte
አማርኛ: ቅድመ-ታሪክ
aragonés: Prehistoria
অসমীয়া: প্ৰাক-ইতিহাস
asturianu: Prehistoria
žemaitėška: Prīšistuorė
беларуская (тарашкевіца)‎: Першабытнае грамадзтва
български: Праистория
brezhoneg: Ragistor
bosanski: Prahistorija
català: Prehistòria
کوردی: پێش مێژوو
čeština: Pravěk
Cymraeg: Cynhanes
Deutsch: Urgeschichte
Zazaki: Vertarix
Ελληνικά: Προϊστορία
English: Prehistory
Esperanto: Prahistorio
español: Prehistoria
eesti: Esiaeg
euskara: Historiaurre
فارسی: پیشاتاریخ
français: Préhistoire
贛語: 史前時代
galego: Prehistoria
Fiji Hindi: Purana itihaas
hrvatski: Prapovijest
Kreyòl ayisyen: Preyistwa
magyar: Őskor
Հայերեն: Նախնադար
interlingua: Prehistoria
Bahasa Indonesia: Prasejarah
italiano: Preistoria
日本語: 先史時代
Patois: Bifuo-Ischri
la .lojban.: prucitri
Basa Jawa: Prasejarah
ქართული: პრეისტორია
한국어: 선사 시대
kurdî: Pêşdîrok
kernowek: Kynsistori
Lëtzebuergesch: Virgeschicht
Lingua Franca Nova: Preistoria
Limburgs: Prehistorie
lumbaart: Preistòria
lietuvių: Priešistorė
latgaļu: Pyrmaviesture
latviešu: Aizvēsture
Basa Banyumasan: Prasejarah
македонски: Праисторија
Bahasa Melayu: Zaman prasejarah
Malti: Preistorja
Mirandés: Pré-stória
नेपाल भाषा: प्रागितिहास
Nederlands: Prehistorie
norsk nynorsk: Førhistorisk tid
Nouormand: Préhistouaithe
occitan: Preïstòria
Pälzisch: Vorgschischd
polski: Prehistoria
Piemontèis: Preistòria
português: Pré-história
română: Preistorie
русиньскый: Правік
саха тыла: Преистория
sicilianu: Preistoria
Scots: Prehistory
srpskohrvatski / српскохрватски: Prahistorija
Simple English: Pre-history
slovenčina: Pravek
slovenščina: Prazgodovina
српски / srpski: Преисторија
Basa Sunda: Prasajarah
Türkçe: Tarihöncesi
oʻzbekcha/ўзбекча: Ibtidoiy jamiyat
vèneto: Preistoria
Tiếng Việt: Thời tiền sử
West-Vlams: Prehistorie
Volapük: Rujenav
Winaray: Prehistorya
吴语: 史前时代
中文: 史前時代
文言: 史前
Bân-lâm-gú: Sú-chêng
粵語: 史前史