Румы́ния (România, [romɨˈni.a]) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы. Майҙаны 237 500 км2. Конституция буйынса Румыния демократик республикаһы булып һанала. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.
Румыния төньяҡта һәм көнсығышта Украина менән, төньяҡ-көнсығышта Молдова менән, көньяҡта Болгария менән, көнбайышта Сербия һәм Венгрия менән сиктәш. Көньяҡ-көнсығыштан Румыния Ҡара диңгеҙ менән йыуыла.
Албания • Болгария • Босния һәм Герцеговина • Греция • Македония • Румыния • Сербия • Словения • Төркиә • Хорватия • Черногория