300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 43 200 мәҡәлә бар.

Һәр кем уны төҙөүҙә ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Әүҙем портал: Бөрйән районы


Көнүҙәк мәҡәлә
ӨФӨ-2015-(v2).jpg

'Өфө ([ʏ̞ˈfʏ̞] , рус. Уфа) — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.

1865—1919 йылдарҙа Өфө губернаһы үҙәге; 1922—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының, 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, 1930 йылдан бер үк ваҡытта Өфө районының лә үҙәге (составына инмәй). 2006 йылдан административ реформа буйынса бер нисә тораҡ пункттар менән Өфө ҡалаһы ҡала округы составына инә.

Рәсәйҙен эре мәҙәни, фән һәм иҡтисад үҙәге. Халыҡ һаны буйынса Европала 31-се урында тора.

дауамы…

Үҙгәртеү

Һайланған мәҡәлә
Code of Hammurabi 51.jpg

Хаммурапи ҡанундары  «Мөхтәрәм Ану…» — һуңғы бабил күсереп яҙыусылары тарафынан текстың тәүге һүҙҙәре буйынса бирелгән атамаһы), шулай уҡ  Хаммурапи Кодексы   — Иҫке Бабил осороноң ҡануниәт йыйылмаһы, беҙҙең эраға тиклем 1750-се йылдарҙа Хаммурапи батша ваҡытында барлыҡҡа килтерелгән. Донъяла иң боронғо хоҡуҡиәт ҡомартҡыларының береһе.  

Йыйылманың төп тексы аккад телендә шына яҙыуҙа һаҡланған.  Ул конус рәүешендәге диорит стелаға соҡоп яҙылған. Стела француз  археологик экспедицияһы тарафынан  1901 йыл аҙағы — 1902 йыл башында Фарсия территорияһындағы боронғо Суза ҡалаһын ҡаҙыу эштәре барғанда табыла.  Хәҙерге заман тикшеренеүселәре Ҡанундарҙы 282 параграфҡа бүлә, уларҙа суд башҡарыу, милектең төрлө формаларын һаҡлау һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәре, шәхес һәм енәйәт эше хоҡуҡиәте мәсьәләләре көйләнә.  35-ләп параграф стеланан борон замандарҙа уҡ юйылған булған һәм  әлеге ваҡытта, балсыҡ таҡталарҙағы күсермәләренә ҡарап, өлөшләтә тергеҙелгән. 

Хаммурапи ҡанундары — йәшәп килгән хоҡуҡ тәртибенә бик ҙур реформа үткәреү һөҙөмтәһе, ул тәүтормош йәмғиәтендә үк яралған һәм бер ҡасан да яҙылмаған тәртип нормаларын унификациялау һәм тулыландырыу маҡсатында үткәрелгән

↪ дауамы…

Исемлек (104) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Тамги канлинцев.png

Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай.

Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана.

Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбелғәзиҙә канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. ­Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (96) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Aralsee.gif
1960−2009 йылдар арауығында Арал диңгеҙе һыуының кәмеүе.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 23 июнь

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара

  • Ер Халыҡ-ара олимпиада көнө.

Crystal locale.png Милли

♦ Кисәге: 22 июнь ♦ Иртәгә: 24 июньБарлыҡ көндәр

23 июнь юбилярҙары *
  • Ключарев Александр Степанович (23.06.1853—?), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1911). Хоҡуҡ кандидаты.

1905—1911 йылдарҙа Өфө губернаторы. «Уфимский край» гәзитен ойошторусы һәм уның мөхәррире. Сығышы менән Тифлис ҡалаһынан.

♦ Кисәге: 22 июнь ♦ Иртәгә: 24 июньБарлыҡ көндәр
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Other Languages
azərbaycanca: Ana_Səhifə
تۆرکجه:
беларуская: Галоўная_старонка
беларуская (тарашкевіца)‎:
нохчийн: Коьрта_агӀо
qırımtatarca:
Чӑвашла:
English: Main_Page
Gagauz:
Հայերեն: Գլխավոր_էջ
Qaraqalpaqsha:
қазақша: Басты_бет
къарачай-малкъар:
Кыргызча:
саха тыла:
Simple English: Main_Page
Türkmençe:
Türkçe: Ana_Sayfa
татарча/tatarça:
тыва дыл:
ئۇيغۇرچە / Uyghurche:
українська: Головна_сторінка
oʻzbekcha/ўзбекча: Bosh_Sahifa